Мин -  уҡытыусы

“Һуңғы һорау, эй аяуһыҙ  һорау,

“Ниндәй кеше ине был кеше?”

Шул  һорауҙа – ерҙә йәшәүемдең

Бар асылы, бөтә емеше”.

Р.Бикбаев

Йәшәү- һынау күперен  үтеү,  ғүмерең буйынаса  сәңгелдәк менән табут арауығы ғына түгел. Ул мөхәббәт һәм мәкер, изгелек һәм яуызлыҡ, ҡоллоҡ һәм азатлыҡ, байғошлоҡ һәм батырлыҡ, бөркөтлөк һәм сусҡалыҡ арауығы ла, ти шағир Хәсән Назар.

Ниндәй юлды һайлауың үҙ ҡулыңда. “Кешеләр менән” аралашыуың шулай булһын, донъяла торғанда һөйһөндәр, вафат булғанда юҡһынһындар, ҡайғырып илаһындар”, - ти Риза  Фәхретдинов. Мин бөйөк мәғрифәтсе менән тулыһынса килешәм.Ә бына уҡытҡан уҡыусыларыңа шуны аңлатыу, үҙең өлгө булыу – уҡытыусыларҙың төп бурысы тип уйлайым. “Тубылғы  ҙур булмаҫ, белемле хур булмаҫ” – ти халыҡ мәҡәле.

Борон бер аҡыл эйәһе: “Белем биреүсе – кешегә йән өрөүсе”- тигән. Ысынлап та, уҡытыусылар -  бала күңеленә йән өрөүселәр.

Уҡытыусы – аң – белем биреүсе, бала күңеленә аҡ нур һыҙыусы, киләсәккә аҡ юл күрһәтеүсе илаһи зат. Уҡытыусылыҡ  шундай профессия, уны баштан уҡ яратҡан кеше бер ваҡытта ла ташлай алмай. Уҡытыусы һабаҡ биреүсе генә түгел, ул аңды яҡтыртыусы, йәнде балҡытыусы ла, кәңәш биреүсе  һәм таяныс та.

Ә мәктәп мөғжизәле утрауҙы хәтерләтә. Уның үҙ ҡанундары, үҙ ғөрөф – ғәҙәттәре, үҙ донъяһы.

Илеш районы Үрге Йәркәйҙәге беренсе мәктәпте тамамлау менән районыбыҙҙың балалар ижад йортонда шахмат түңәрәге етәксеһе булып хеҙмәт юлымды башланым. Ҡайҙа уҡырға барайым икән, балалар менән уртаҡ тел таба алырмынмы? тигән  уйҙар тынғы бирмәне. Бер йыл эшләү дәүерендә  балалар менән эшләй аласағыма ныҡлы инандым.

Уҡытыусы булыу- һәр баланың ҙур хыялылыр. Һәр кемдең күңел утрауында йәшерен хыял йәшәй. Ҡайһы ваҡыт ул хыялдар болоттар менән бергә алыҫ офоҡтарға китә, ҡайһы саҡта күңел төпкөлдәренә кереп һеңә.

Математика, физика, башҡорт әҙәбиәте – иң яратҡан дәрестәрем ине. М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның  физика – математика факультетын һайланым. Уңышлы уҡыуымды тамамлағас, ғүмерлек мөхәббәтемдең тыуған яғына – Хәйбулла районы Буребай ҡасабаһына килен булып төштөм һәм шунда эшләй башланым. Хәйбулланың икһеҙ – сикһеҙ иркен далаларына мәңгелеккә ғашиҡ булһам да, 90 йәшлек өләсәйемде ҡарар өсөн, Дүртөйлө  районы Исмаил ауылына күсеп килдек. Иҫ киткес матур коллективҡа  юлыҡтыҡ, баштан аяҡ эшкә сумдыҡ. Эшемдән ҡәнәғәтлек алһам да, йәнемә нимәлер етмәгән, күңел  буш кеүек. БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетына ситтән тороп тағы уҡырға индем һәм уңышлы тамамланым.

Күңел донъяһы – бөтөн булмышты  үҙенә буйһондорған ғәжәп үҙенсәлекле, үҙ аллы донъя. Унда эҫе селләлә дауыл ҡубыуы ла, ете  төн уртаһында ҡапыл ҡояш балҡып китеүе лә, ыжғыр елдәр ҡоторонған мәлдә, һандуғас һайрап, кәкүк саҡырыуы ла ихтимал.

Донъя тотҡаһы, тормош ҡото, йәшәү сәме, ғәме, өй йылыһы  ла – әсәй! Нимә етә әсә булыуға! Ул тормошто төҙөүсене, уға дан йырлаусыны тыуҙыра. Бер - бер артлы өс балаға ғүмер бирҙек. Ир бала – йортҡа терәк, ҡыҙ бала – йорт эсендә биҙәк тигәндәй, ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәбеҙ. Тормош иптәшем дә уҡытыусы, мәктәптән ҡайтып та кермәй. Эш араһында балаларымдың нисек үҫкәндәрен дә һиҙмәнем.

Еренән айырылған, иленән ситләтелгән кеше – тупрағынан һурылған  сәскә, ярынан сыҡҡан йылға һыуы ул. Ә тупраҡһыҙ сәскә ҡыуара, ярһыҙ йылғаның һыуы ҡорой.

Ә мин  үҙемдең гүзәл Башҡортостанымда ата-олатайым нигеҙендә, әсәйем ялан тәпәй йүгереп үҫкән ерҙә ике ҡатлы  күркәм йорт һалып ғүмер кисерәм. Уҡытыусыларға хөкүмәттең ярҙам итеүе тағы ла ҡанатланып ижад итергә, эшләргә көс бирә. Хәйбулланың киң далаһында ҡыйғыр бөркөттәй үҫкән, Салауат тигән ғорур исем йөрөткән тормош иптәшем, ғәзиз балаларым менән  донъя көтәм. Балаларға туған тел серҙәрен төшөндөрәм. Йырға, сәнғәткә, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә һөйөү, матурлыҡ донъяһына зауыҡ тәрбиәләйем. Шунан да ҙурыраҡ бәхет булыуы мөмкинме  тағы?!

Тормошто белеү – ғилем, үҙеңде белеү – һөнәр. Минең күңел донъям йырҙарыма һалынған.

Ҡайғыны ла, шатлыҡты ла кешеләр йыр менән аңлата. Йыр һәр кемдең үҙе менән йәшәй. Мин әҙәбиәт дәрестәре менән йыр дәрестәрен дә уҡытам.

Ә кистәрен ауыл клубында, ҡулымдағы баян моңдарына ҡушылып, рәхәтләнеп йырлайым. Йыр ул – йөрәк тауышы, уның шатлығы һәм һағышы.

Ғаиләбеҙҙә үҫкән сағымды күҙ алдыма килтерһәм, әкиәттәге бер мөғжизә кеүек. Тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, яуаплылыҡ кеүек сифат, әҙәбиәткә, сәнғәткә, хеҙмәткә һөйөү ғаиләлә һалынған тип уйлайым. Бер ҡасан да,  бер кем  дә эшһеҙ торманы. Талапсанлыҡ күрһәтһәләр ҙә, атай – әсәй беҙҙе бик яратты, гел күңелебеҙҙе үҫтереп торҙолар. Эшемдә, тормошомда ниндәйҙер уңыштарға өлгәшкәнмен икән, тик ғаиләмә бурыслымын. Атайым кеүек  алдынғы уҡытыусы булырға ине тип тырыштым. Был һөнәргә эйә булыу – бала саҡ хыярым ине.

БР-ҙың, РФ –ның атҡаҙанған уҡытыусыһы, ике юғары  белемле мәғариф алдынғыһы атайым Фәнис Хөсәйен улы Ғарипов кистәрен бөтәбеҙ менән дә шахмат уйнай, “Йәншишмә” гәзитендә килгән мәсьәләләрҙе систерә, яуаптар ебәртә ине.

Һәр кемдең ғаилә усағы булыу – шул тиклем ҙур нәмә. Ғаиләлә үҫкән кешенең күңеле ҡатмай, бүтәндәрҙе йәлләй белә, ярҙамлашырға әҙер тора.

Мәктәптә социаль педагог вазифаһын да башҡарам. Төрлө яҙмыштар, төрлө ғаиләләр менән осрашырға тура килә. Бөтәһе лә  йөрәк аша үтә...

Уҡытыусыны  бәрәкәтле ергә орлоҡ сәсеүсе игенсе менән сағыштырырға мөмкин. Бала тейешле тәрбиә алһа, орлоҡ кеүек дәррәү шытып сыға, мул уңыш бирә. Ашлыҡ өсөн ямғыр ни ҡәҙәр кәрәк булһа, әҙәм балаһы өсөн белем, тәрбиә шул тиклем кәрәк.

Бала – тормош сәскәһе, сәскәгә үҫер өсөн яҡтылыҡ кәрәк. Көн кеүек яҡты аҡыл менән ҡарау -  ата-әсәнең изге бурысы. Атай – әсәй мөхәббәте генә бала саҡты бәхетле итә.

Ғүмерҙең татлы миҙгеле – балаларҙың бала сағы. Балаға яҡшы тәрбиә биреү – бөтмәй торған мираҫ, ә тәрбиәһеҙлек – бәхетһеҙлек.               Беренсе синыфтан башҡорт телен өйрәндем.  Яҡташым, Башҡортостандың халыҡ шағиры, бөйөк шәхесе үҙенең “Урал “ поэмаһында: “Башҡортлоҡ – ул милләт кенә түгел,

Ҡурай кеүек ябай, ҡатмарлы.

Ерҙә әле рух бар – халыҡ рухы,

Ҡабул итмәй ул рух юҡ – барҙы.

Халыҡ рухы – халыҡ ҡаныңда ул,

Ул бөйөк һәм изге төшөнсә.

Ул мөҡҡәдәс! Борғоларға уны

Тейеш түгел һәр кем үҙенә

Халыҡ дөйөм дә һәм үҙ аллы.

Әгәр ҙә һин башҡорт икән,

Йырлап күрһәт миңә “Уралды”,- тигән һүҙҙәре минең күңелемдә мәңгелеккә уйылып ҡалған.

Уҡытыусы булып китеүемә уҡытыусым, класс етәксем Ғәлимә Мансур ҡыҙы Ғәлиеваға рәхмәтлемен. Ул башҡорт теленә, әҙәбиәткә, сәнғәткә, мәҙәниәткә  һөйөү уятты.

Ғәлимә Мансур ҡыҙы үҙ туған телдәренә – башҡорт теленә өйрәтеү буйынса тәүге “бураҙналарҙы ярыусы”. Заманында уҡытыусым тураһында Мостай Кәрим һәм башҡа арҙаҡлы шәхестәр ҙә һоҡланыу һүҙҙәре әйткән.

Ул Илеш районында ғына түгел, төньяҡ – көнбайыш райондарында беренселәрҙән булып башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыта башлаған. Уҡытыусым йыл да тиҫтәнән артыҡ гәзит – журнал алдырҙы, беҙҙе һәр һаны менән таныштырҙы, яңы сыҡҡан китаптарға күҙәтеү яһаны, китап күргәҙмәләре ойошторҙо, яҙыусылар менән осрашыуҙар үткәрҙе. Тәбиғәткә йылдың һәр миҙгелендә экскурсиялар, театр – концерттарға йөрөтөү тиһеңме? Ул дәрестәрендә беҙҙе уйларға өйрәтте, уйланырға ваҡыт бирҙе. Дидактикала был иң төп талаптарҙың береһе.

Ғәлимә Мансур  ҡыҙының дәрестәре – үҙе бер театр...Уның режиссеры – уҡытыусым. Бында сәхнә юҡ, класс бар, бында актерҙар юҡ, уҡыусылар бар. Йәнле аралашыу, мөнәсәбәт нисек  ҡуйыла, дәрестең уңышы ла шунда. Немец психологы Ф.В.Дистерверг шулай тип әйткән: “Уҡытыусының йүнһеҙе балаға материалды әҙер көйө бирә, яҡшыһы хәҡиҡәтте  табырға өйрәтә”.

Ул мәктәптең терәге, төп таянысы, рухи асҡысы булды.

Беҙ остазыбыҙҙың дәрестәрен байрам кеүек көтөп алдыҡ, ул беҙҙән йөрәк йылыһын йәлләмәне. Уның дәрестәренән һуң үҙебеҙҙе ниндәйҙер бер сәйәхәттән ҡайтҡан кеүек тоя торғайныҡ. Беҙҙе кешелекле кеше, шәхес итеп тәрбиәләргә тырышты. Класта беребеҙҙе лә буш йөрөтмәне. Йыр, бейеү, бәйләү, спорт түңәрәктәренә        йөрөнөк. Бармай ҡалмайбыҙмы икәнен дә тикшерҙе. Хәҙер уйлайым да иҫем китә. Нисек өлгөрҙө икән? Уның да ғаиләһендә өс балаһы бар, етмәһә, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре.

Тик ихтирамдан, яратып, маҡтап, бала күңелен күтәреп тәрбиәләүҙән генә ғорур, кеселекле, ҡыйыу быуын үҫә. Ул беҙҙе АРҒЫМАҠ итеп тәрбиәләне. Әрләү,  кәмһетеү, өҙлөкһөҙ насар сифаттарын тыҡып, төртөп күрһәтеүҙән тик бахыр зат ҡына тәрбиәләнә тип иҫәпләй ул. Тәрбиәсе ни сәсә, шуны  ура ла инде. Ә беҙ, Илеш районынан сыҡҡан 50-ләп башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, уның фиҙаҡәр  хеҙмәтенең емеше. Уның йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә, уға оҡшарға, тырышып эшләргә ынтылабыҙ. Ул “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә еңеүсе булды, беҙ ҙә ҡатнашырға, еңергә тип эшләйбеҙ.

Шундай уҡытыусыла уҡығандан һуң, башҡорт теле уҡытыусыһы булмаһаң, гонаһ булыр ине.

Башҡорт  теле башҡорт мәҙәниәтенең, тарихының, эске донъяһының, донъяға ҡарашының асҡысы.

Тел – милләте һаҡлаусы, яҡлаусы ҡорал. Үҙенең сал тарихын, туған телен, арҙаҡлы шәхестәрен белмәгән халыҡ милли үҙ аңын юғалта. Милләтенең үҙаңы йәшәү көсөн күрһәтеүсе билдә. Ә милли үҙаң тәрбиәләү тел тәрбиәһенән башлана. Тел уҡытыусылары милләтебеззең киләсәген ҡайғыртыусы, уны һаҡлаусы булараҡ, йәмәғәтселек алдында яуаплы. Башҡорт теле уҡытыусыһы методиканы тәрән үҙләштереү менән бергә үҙе лә туған телен яратырға, хәҙерге башҡорт теленең нормаларын яҡшы белергә, туған телде уҡытыу, педагогика, психология һәм тел ғилеменең һуңғы ҡаҙаныштарын, проблемаларын даими өйрәнергә бурыслы.

Беҙҙең Дүртөйлө районы Исмаил  дөйөм белем биреү мәктәбендә лә  башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуға ҙур иғтибар бүленә. Етәкселек тә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора.

Кеше өсөн йән аҙығының булмауы, күңел бушлығы – иң ауыр яза, ғазап. Бындай кеше йәненә урын таба алмай, ҡәнәғәтһеҙлектән яфалана, эс бошоуҙан эскелек, әҙәпһеҙлек һаҙлығына бата, төрлө фажиғәле хәлдәргә дусар була. Шуға күрә уҡыусыларҙы әхлаҡи яҡтан тәрбиәләүҙе мин үҙемдең иң ҙур бурыстарымдың береһе итеп иҫәпләйем.Һәр бала минең дәресемдә үҙен аҡыллы, һәләтле, бәхетле итеп тойорға тейеш. Яҡшы һүҙ – йән аҙығы, яман һүҙ – баш ҡаҙығы, тибеҙ. Әкиәттәрҙә лә бит  тылсымлы һүҙҙән ҡапҡалар асылған, убыр әбей яуыз ниәтенән таш булып ҡатҡан һындар ирегән. Һүҙ тылсымы был.

Һәм булған Кеше тылсымы! Юлға сыҡҡанда изге кеше осраһа – юл уңа, тибеҙ, эш башлағанда егәрле кеше килеп инһә – эш уңа... “Яҡшыға юлдаш булһаң – ҡайғың бөтөр, яманға юлдаш булһаң – көнөң бөтөр”, - ти мәҡәл. Яҡшы  кеше килеп инһә – өй яҡтыра, тирә йүн нурлана. Бына ошо инде яҡшы кеше тылсымы. Беҙ шул яҡшы күңелле, тылсымы бар кешеләрҙе торған һайын һирәгерәк күрәбеҙ түгелме? Ә минең  яҙмышым өйөнә Ғәлимә Мансур ҡыҙы килеп ингән. Һәр саҡ ҡояштай көләс, алсаҡ тәбиғәтле, үҙенең янындағы кешене генә түгел, ятҡан ташты ла иретерлек уның йылы йөрәге. Сөнки 40 йылға яҡын Илеш районында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытып, быуын – быуын балаларҙы тәрбиәләп, ҡайһы тарафҡа ғына оҙатмаған ул.

Бәләкәй  кешенең өмөтө, ышанысы емерелмәһен! Белем генә кешене бәхетле итә алмай. Ҡыҫҡаһы, минең эшем – шәхес тәрбиәләү. Бындай сифаттар үҙем уҡытҡан тел, әҙәбиәт, йыр дәрестәрендә тәрбиәләнә тип уйлайым

Һоҡланыу, нәфрәтләнеү, һағыныу, моңланыу хистәре иң  элек тәбиғәттә уяна. “Тәбиғәтте аңлаған кеше выжданлыраҡ, сафыраҡ. Ул аҡылһыҙлыҡ эшләмәй, сөнки ул  рух университетын үткән” – тип яҙған рус яҙыусыһы Леонид Леонов.. Ысынлап та, тыуған яҡ тәбиғәте – иң ҡыҙыҡлы, иң бөйөк һәм мауыҡтырғыс китап, шуға ла мин йылдың һәр миҙгелендә уҡыусыларымды тәбиғәт ҡосағына  алып сығам.

Үҙ балаларыбыҙҙы ла йәштәре тулмаҫ борон үҙебеҙ менән походтарға йөрөттөк, палаткаларҙа йоҡлап, тәбиғәт ҡосағында үҫтерҙек. Машина рулен дә “эйәрләп” алдым.

Берҙәмлек, эш һөйәүсәнлек, маҡсат менән йәшәүҙе төп ҡиммәттәр иткән атай – әсәй өлгөһөн балаларыма, уҡыусыларыма ла бирергә тырышам. Эшемә байрамға барған кеүек барам, өйөмә ҡунаҡҡа килгән кеүек, үҙ балаларымды һағынып ҡайтам. Шунан бәхет табып йәшәйем.

 

 Ҡашҡарова Лилиә Фәнис ҡыҙы